1. Башҡорт теле көнө! Башҡорт теле көнө! Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр!!! Башҡорт теле көнө һәм күренекле башҡорт шағиры, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуына 190 йыл тулыу уңайынан 7 декабрҙән 14 декабргә тиклем республикабыҙҙа бик бай, йөкмәткеле саралар уҙғарылыу ҡаралған. Планлаштырылған эштәр “Ете аҙым” концепцияһына берләштерелеп, М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр”енә нигеҙләнгән. Һәр көн “Нәсихәт”тең бер төшөнсәһе асып биреләсәк. 7 декабрь –«Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрь – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрь – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрь – «Башҡорт теленә рәхмәтлемен, шөкөр...», 11 декабрь – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрь «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрь – «Башҡорт теле – ихлас тел» девизы аҫтында уҙасаҡ. 14 декабрь көндө уҡыусылар өсөн башҡорт теленән берҙәм дәрес үтәсәк. “Назаров уҡыуҙары” фәнни –ғәмәли конференцияһына йомғаҡтар яһаласаҡ. Беҙҙең мәктәптән 3 уҡыусы әлеге конференцияла ҡатнашты. Шулай уҡ, башҡорт теле буйынса уҙғарылған конкурстарҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, флешмоб һәм башҡа сағыу сараларҙа ҡатнашыу ҡаралған.

Башҡорт теле көнө! Башҡорт теле көнө! Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр!!! Башҡорт теле көнө һәм күренекле башҡорт шағиры, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуына 190 йыл тулыу уңайынан 7 декабрҙән 14 декабргә тиклем республикабыҙҙа бик бай, йөкмәткеле саралар уҙғарылыу ҡаралған. Планлаштырылған эштәр “Ете аҙым” концепцияһына берләштерелеп, М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр”енә нигеҙләнгән. Һәр көн “Нәсихәт”тең бер төшөнсәһе асып биреләсәк. 7 декабрь –«Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрь – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрь – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрь – «Башҡорт теленә рәхмәтлемен, шөкөр...», 11 декабрь – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрь «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрь – «Башҡорт теле – ихлас тел» девизы аҫтында уҙасаҡ. 14 декабрь көндө уҡыусылар өсөн башҡорт теленән берҙәм дәрес үтәсәк. “Назаров уҡыуҙары” фәнни –ғәмәли конференцияһына йомғаҡтар яһаласаҡ. Беҙҙең мәктәптән 3 уҡыусы әлеге конференцияла ҡатнашты. Шулай уҡ, башҡорт теле буйынса уҙғарылған конкурстарҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, флешмоб һәм башҡа сағыу сараларҙа ҡатнашыу ҡаралған.